Улар маҡтауға лайыҡ!

Беҙ иҫ китмәле заманда йәшәйбеҙ! Был төркөмдө асыр алдынан шулай тип башларға булдым һәм ошо битте, төркөмдө, йә иһә икенсе төрлөрәк әйткәндә аралашыу майҙансығын үҙемдең замандаштарыма, теге йәки был өлкәлә үҙен оҫта итеп танытҡан милләттәштәремә рәхмәт әйтеү өсөн булдырҙым! Һәм барыһын да обьектив ҡараштан сығып эшләү, барыһына ла лайыҡлы баһа биреү тәү маҡсаттарымдың береһе булып тора! Кемдер әйтер пиар тиеп, кемдер ялағайланыу тип атар! Әммә ниәттәрем ундай юҫыҡҡа ҡоролмаған! Беҙ иҫ китмәле заманда йәшәйбеҙ, һәм беҙ үҙебеҙ иҫ китмәле ғәжәйеп халыҡ. Беҙ айфонды тирмә менән, компьютерҙы йәйләү менән, йәғни боронғо тамырҙарыбыҙҙы бөгөнгө алға киткән тормош менән бәйләргә тырышабыҙ! Ошолайтып алға барырға маташабыҙ. Милләт, тел, дин беҙҙең өсөн һәр саҡ тәү урында тора. Һүҙҙе алтынға бәрәбәр һанайбыҙ. Беҙҙең өсөн намыҫ ҡоростан ҡуйылған булырға тейеш. Хаталарҙы ғәфү итмәйбеҙ. Хыянатсы, һатлыҡ йәндәрҙе күрә алмайбыҙ. Тик ҡайһы ваҡытта ысынлап та маҡтауға лайыҡ милләттәштәребеҙҙе лә күрмәйбеҙ икән шул. Ҡайһы берәүҙәребеҙ генә күрә. Йәғни, ул маҡтауға лайыҡ кеше сәнғәт өлкәһенән икән, уны ошо тармаҡ вәкилдәре генә белә. Әҙәбиәт менән тығыҙ бәйле икән, ошо аймаҡ-ара ижадсылар ғына һанлай. Ләкин тормош сәнғәт-әҙәбиәт менән генә сикләнмәй. Эшләп-эшләп тә һөҙөмтәһе балҡып күренмәгән, ләкин эше алтынға бәрәбәр хазина булғандарҙы күрә йөрөп тә күрмәйбеҙ! Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, мәғариф тармағында тир түккән оҫталарҙы грамота менән генә бүләкләп, унан һуң онотоу, минеңсә ғәҙеллек түгел! Был төркөм асылғандан һуң һәр көн һайын маҡтауға лайыҡ бер замандашыбыҙ менән танышып барырбыҙ!
Страна: нет данных
Город: нет данных
Тип группы: Открытая группа
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 1
Ссылка на соц.сеть: club86846822
Статус: нет данных

Участники и подписчики

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «Улар маҡтауға лайыҡ!» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу