Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым!

ஜ═════════ஜ۩۞۩ஜ═════════ஜ Минең тыуған ҡырҙарым, Балдай татлы һыуҙарым, Яландарым, урманым, Күккә ашҡан Уралым, — Минең изге төйәгем, Һеҙҙе һөйә йөрәгем. Күгәреп күккә үрелгән Ҡарлы башын Уралдың, Күҙҙең яуын алырҙай Матурлығын ҡырҙарҙың Мәңге маҡтар инем мин, Мәңге данлар инем мин... Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың шиғыры менән конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ. Ысынлап та, тыуған ил – бер ниндәй ҙә ҡиммәттәр менән сағыштырып булмаҫлыҡ байлыҡ. Тыуған ил дә, туған тел дә һәр кем өсөн әсә кеүек, иң ҡәҙерлеһе һәм берҙән-бер генә. Ә уның ғорурлығы – унда йәшәгән халыҡтар. Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы яҡынлаша, ошо уңайҙан “Шоңҡар” журналы видеоконкурс ойоштора. Бының өсөн ни бары үҙегеҙ яҙған шиғырҙы яттан һөйләп видеокамераға төшөрөргә һәм ошо төркөмгә ебәрергә кәрәк була. Беҙҙең төркөмгә ошо һылтанма– vk.com/bashkortostan_yaratam – буйынса инергә була. ИҪКӘРМӘ! Конкурста ҡатнашыусылар мотлаҡ “Шоңҡар” журналына 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылған булырға тейеш! ЯРЫШТЫҢ МАҠСАТТАРЫ: – Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан Башҡортостанды данлау, тыуған төйәгебеҙгә йылы йөрәк хистәребеҙҙе еткереү. – Шиғри һәләттәрҙе асыу. – Һәр кемдә илһөйәрлек тойғоһо булдырыу, уның һәр ҡиммәтенә ҡәҙер-хөрмәт тәрбиәләү. ҮТКӘРЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ: Ярыш 2018 йылдың 1 октябренән 2019 йылдың 1 апреленә тиклем дауам итә. ЕҢЕҮСЕЛӘР: Еңеүселәр Интернет-конкурста ҡатнашыусы видеороликтар йыйған тауыштар иҫәбе һәм жюри ағзаларының фекере буйынса билдәләнәсәк. Тауыш биреү системаһы буйынса дәғүәләр ҡабул ителмәй. Кем нисек теләй, шулай йыя. Төрлө программалар ярҙамында мутлашып тауыштар һанын арттырыу тыйыла һәм тикшереләсәк. БҮЛӘКТӘР: I урын – 5 мең һум! II урын – 3 мең һум! III урын – 2 мең һум! Шулай уҡ һәр ҡатнашыусыға – редакциянан Маҡтау ҡағыҙы! ЖЮРИ СОСТАВЫ: Мөнир Ҡунафин, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире; Рәшит Зәйнуллин, Яҙыусылар союзы рәйесенең урынбаҫары; Салауат Әбүзәр, шағир; Инсаф Хужабиргәнов, "Шоңҡар" журналының бүлек мөхәррире.
Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым!
Страна: Россия
Город: Уфа
Тип группы: Литература
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 383
Ссылка на соц.сеть: bashkortostan_yaratam
Статус: нет данных

Участники и подписчики

Hazieva Zabida, Россия, Москва
Zabida Hazieva
Россия, Москва
Хамматов Шагитулла, Россия, Уфа
Шагитулла Хамматов
Россия, Уфа, 38 лет
Сәсәнбаев Айбулат, Россия, Уфа
Айбулат Сәсәнбаев
Россия, Уфа
Лукман Ильнур, Россия, Уфа
Ильнур Лукман
Россия, Уфа

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым!» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу