"МИНЕҢ РӘМИ" (шиғри марафон)

Иғтибар, акция! Килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләү буйынса “Минең Рәми” марафоны Халыҡ шағирына – халыҡ иғтибары һәм ихтирамы. Йылдар аша әйтеп еткерелгән рәхмәт. Тарихта беренсе мәртәбә майҙан тултырып арҙаҡлы шәхесебеҙҙең шиғырҙарын яңғыратасаҡбыҙ. Бындай ваҡиға бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла, бер телдә лә булғаны юҡ ине әле. Беренсе мәртәбә яңы форматта туған тел байрамы, рух тантанаһы - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләү буйынса “Минең Рәми” марафоны. Белеүегеҙсә, былтыр “Шоңҡар” журналы интернет киңлегендә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ятҡа һөйләү буйынса ”Минең Рәми” видеоконкурсын иғлан иткәйне. Бына шул саҡта инандыҡ – халҡыбыҙҙа рухиәт йәшәй, шиғриәткә битарафтар юҡ! Кемдәр генә ҡатнашманы унда – ике йәшлек бәләкәстән алып, 81 йәшлек уҙаманға тиклем, хатта сит ил вәкиле – барыһы ла шундай һөйөү, тәрән ихтирам менән һөйләне халыҡ шағирының әҫәрҙәрен. Быйыл “Минең Рәми - 2” ойошторолоп, был юлы ла ҡатнашыусылар һаны Рәми шиғриәтенең көсөн иҫбат итте. Шулай булғас, марафон иғлан итеү ғәжәпме ни?! 17 май, Салауат майҙаны. 18.00 сәғәттә. Рәми шиғырҙарын һөйләү буйынса марафон. Рәхим итегеҙ!
"МИНЕҢ РӘМИ" (шиғри марафон)
Страна: Россия
Город: Уфа
Тип группы: 17 мая 2013 в 15:00
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 124
Ссылка на соц.сеть: minen_rami_marafon
Статус: "Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, Заман ярып үтте йөрәкте..."

Участники и подписчики

Ишемгужин Азамат, Россия, Октябрьский
Азамат Ишемгужин
Россия, Октябрьский
Krechetov Shonkar, Россия, Уфа
Shonkar Krechetov
Россия, Уфа
Шайбаков Ильяс, Россия, Баймак
Ильяс Шайбаков
Россия, Баймак

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «"МИНЕҢ РӘМИ" (шиғри марафон)» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу