“МИНЕҢ РӘМИ!”

“МИНЕҢ РӘМИ!” Халыҡ шағирының исеме лә, ижады ла шәхси милек йә хосуси мөлкәт түгел – милләтенеке. Тап ошоно раҫлап, “Шоңҡар” журналы бөйөк шағирҙың үлемһеҙ шиғырҙарын башҡарыуға Интернет-конкурс иғлан итә. Был бәйге видеоформатта үтә. Бының өсөн һеҙҙән нимә талап ителә? Йә шағирҙың поэтик йыйынтығынан табып, йә үҙегеҙҙең хәтергеҙҙән эҙләп иң яратҡан шиғырығыҙҙы яттан һөйләп видеокамераға йә кәрәҙле телефонға яҙҙыраһығыҙ ҙа… Һәм алға… Йәғни ошо адресҡа* ебәрәһегеҙ (“эләһегеҙ”): (vk.com/minen_rami). Ярыштың маҡсатына килгәндә, ул - конкурс ойоштороп күңел күреү йә бүләк өләшеү генә түгел, иң тәүҙә туған телгә ихтирам, шағирыбыҙҙың ижадына хөрмәт күрһәтеү. Ярыш булғас, еңеүселәре лә булырға тейештер бит инде. Улары Интернет-конкурста ҡатнашыусы видероликтар йыйған тауыштар иҫәбе буйынса билдәләнәсәк. Тауыш биреү системаһы буйынса дәғүәләр ҡабул ителмәй. Кем нисек теләй – шулай йыя**. Бүләктәр: I урын –Кеҫә телефоны (текә генә)! II урын – “БашАрт”тан ике ҡатнашыусыға Рәми Ғариповтың һүҙҙәре менән берәр футболка! III урын – 19 мартта баш ҡалабыҙҙың Опера һәм балет театрында Халыҡ шағирының тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы уҙасаҡ “Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, Заман йыртып үтте йөрәкте…” исемле кисәгә икешәр ике саҡырыу ҡағыҙҙары***. Конкурстың ойоштороусыһы: “Шоңҡар” журналы Конкурстың партнерҙары: “БашАрт” ижади берекмәһе (www.vk.com/bashart) “Рәми Ғарипов” төркөмө (www.vk.com/ramigaripov) * vk.com соцселтәренең башҡа биттәрендә “ятҡан” видеороликтар конкурста ҡатнаша алмай һәм баһаланмай. ** Ғәҙәттә, тауыштың (“йөрәк”тәрҙең) күплеге ҡатнашыусы кешенең дуҫтары күплегенә ҡайтып ҡала. *** Ҡатнашыусыларҙың әүҙемлегенә ҡарап, бүләктәрҙең һаны артыуы ихтимал.
“МИНЕҢ РӘМИ!”
Страна: Россия
Город: Уфа
Тип группы: 21 фев 2012 в 16:00
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 327
Ссылка на соц.сеть: minen_rami
Статус: Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Участники и подписчики

Krechetov Shonkar, Россия, Уфа
Shonkar Krechetov
Россия, Уфа

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «“МИНЕҢ РӘМИ!”» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу