II "МИНЕҢ РӘМИ!" шиғыр ятлау конкурсы

ஜ═════════ஜ۩۞۩ஜ═════════ஜ Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры – Рәми ҒАРИПОВтың исеме лә, ижады ла шәхси милек йә хосуси мөлкәт түгел – милләтенеке. Тап ошоно раҫлап, “Шоңҡар” журналы шағирҙың үлемһеҙ шиғырҙарын башҡарыуға II Интернет-конкурс иғлан итә. Был бәйге, беренсеһе кеүек, видеоформатта үтә. Ҡатнашыу өсөн һеҙҙән нимә талап ителә? Йә шағирҙың поэтик йыйынтығынан табып, йә үҙегеҙҙең хәтергеҙҙән эҙләп иң яратҡан шиғырығыҙҙы яттан һөйләп видеокамераға йә кәрәҙле телефонға яҙҙыраһығыҙ ҙа… Һәм алға… Йәғни ошо адресҡа* ебәрәһегеҙ (“эләһегеҙ”): (vk.com/minen_rami_II). Ярыштың маҡсаты: Туған телебеҙгә ихтирам, шағирыбыҙҙың ижадына хөрмәт күрһәтеү. Бүләктәр: Ярыш булғас, еңеүселәре лә булырға тейештер бит инде. Улары Интернет-конкурста ҡатнашыусы видероликтар йыйған тауыштар иҫәбе буйынса билдәләнәсәк**. Жюриның һүҙе - ҡанун! I урын – Фотоаппарат! II урын – “БашАрт”тан өс ҡатнашыусыға Рәми Ғариповтың һүҙҙәре менән берәр футболка! III урын – Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады. Китап-альбом.. * vk.com соцселтәренең башҡа биттәрендә “ятҡан” видеороликтар конкурста ҡатнаша алмай һәм баһаланмай. ** Ғәҙәттә, тауыштың (“йөрәк”тәрҙең) күплеге ҡатнашыусы кешенең дуҫтары күплегенә һәм үҙен “рекламалай белеүгә” ҡайтып ҡала. Видеошиғырҙарҙы баһалаусы ЖЮРИ составы: - Азамат Юлдашбаев, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире - Гүзәл Ситдыҡова, яҙыусы - Гөлнур Яҡупова, яҙыусы - Заһир Ишкинин, “БашАрт” башҡорт ижади берекмәһенең директоры - Заһир Ҡотлосурин, ShawShow Entertainment ойошмаһының генераль директоры - Миңзәлә Асҡарова, “Башҡортса статустар”, “Рәми Ғарипов” төркөмдәренең етәксеһе - Мөнир Ҡунафин, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире - Рита Фәтҡуллина, шағирә - Рәмилә Сәлимгәрәева, актриса ИҪКӘРМӘ: Конкурста ҡатнашыусылар мотлаҡ “Шоңҡар” журналына 2013 йылға яҙылған булырға тейеш. Конкурстың ойоштороусыһы: [club1374347|“Шоңҡар” журналы] Конкурстың партнерҙары: [club18781483|“БашАрт” башҡорт ижади берекмәһе] [club30125918|“Рәми Ғарипов” төркөмө] [club3433160|“ShawShow Entertainment”]
II "МИНЕҢ РӘМИ!" шиғыр ятлау конкурсы
Страна: Россия
Город: Уфа
Тип группы: 1 фев 2013 в 10:00
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 639
Ссылка на соц.сеть: minen_rami_ii
Статус: Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Участники и подписчики

Надршина Айсылыу, Россия, Сибай
Айсылыу Надршина
Россия, Сибай, 49 лет
Krechetov Shonkar, Россия, Уфа
Shonkar Krechetov
Россия, Уфа
Этҡол Беренсе, Россия, Баймак
Беренсе Этҡол
Россия, Баймак

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «II "МИНЕҢ РӘМИ!" шиғыр ятлау конкурсы» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу