Башҡорт юморы! :-D

Эһе-һей, юмористар, Хужа Насретдиндар, Ерәнсә сәсәндәр, алдаҡсылар һәм көлөп-йылмайып донъяны йәмләүселәр! һеҙҙән – мәҙәк, беҙҙән – бүләк. Тик, өс генә «тик»: мәҙәк хәлдәр кемдеңдер күңелен ҡырырлыҡ булмаһын һәм бар донъяға билдәле анекдоттар баҫмаһын ине бәйгене, өсөнсөһе-мөһиме – мәҙәкте камера алдына ултырып һөйләйһегеҙ ҙә бына ошо биткә шул видеояҙмағыҙҙы һалаһығыҙ инде. Тик башҡортса ғына. Ауыл мәҙәктәре, ҡушаматтар, лаҡаптар, ғаилә көләмәстәре булһа тағы ла шәп. Көләмәс тә эсте ҡатырырлыҡ, һөйләүсе лә йығылғансы көлдөрөрлөк булһа, улар еңеүгә дәғүә итә ала. Ә бүләк шәп – видеокамера! Айырым көләмәстәрҙе театрлаштырып күрһәтеүселәр табылһа, уларға бер тағы ла маладис тибеҙ. Аңлашылдымы? Ҡуҙғалдыҡ, улайһа. Юлға төшөр алдынан бер мәҙәк. Бер әбейҙең улы мәрйә килен алып ҡайта. Аш-һыу яғына мәрйә оҫта булһа ла, ҡарсыҡтың яратҡан ризығы – ҡоймаҡты ҡоя белмәгән. Әбей киленен ҡоймаҡ ҡойорға өйрәтмәксе була. Ә үҙе урыҫса икмәк-тоҙлоҡ та һупаламай. Мейес янына киленен ымлап саҡырып килтергән дә, ҡыҙған табаға ҡоймаҡлыҡ шыйыҡ ҡамырҙы һалып күрһәтеп, былай тип әйтә икән: – Шажт иттереп һалғански ҙа шап иттереп алғански... Ҡыҫҡаһы, башланыҡ, шажт иттереп һалабыҙ, шап иттереп алабыҙ. Тик бик төйөрлө булмаһын инде, йәмәғәт.
Башҡорт юморы! :-D
Страна: Россия
Город: Уфа
Тип группы: 13 апр 2012 в 17:00
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 217
Ссылка на соц.сеть: mereke0001
Статус: Юмор, мәрәкә

Участники и подписчики

Krechetov Shonkar, Россия, Уфа
Shonkar Krechetov
Россия, Уфа
Мансуров Рамиль, Россия, Стерлитамак
Рамиль Мансуров
Россия, Стерлитамак

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «Башҡорт юморы! :-D» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу