«Йондоҙҙарҙан бейегерәк минең уйым!”
Рәшит Назаров- йөрәген күккә атып, йондоҙҙарҙан да бейегерәк юғарылыҡҡа күтәрелгән шағир булып шиғриәт һөйөүселәр күңелендә йәшәй. Ундайҙар миллион йылға бер тыуалыр, билләһи. Хоҙай ҡөҙрәте, тәбиғәт бүләге булып донъялыҡҡа ебәрелгән шағир, ысын шиғриәтте танытыр өсөн генә яратылған кеүек. Уның ижады әле һаман асылып етмәгән, ә бәлки асылмаҫ та сер.
17-18 йәшлек егеттең донъяға, йәшәйеш ҡиммәттәренә ҡарашын шиғырҙарынан уҡып, аҡыл һәм хистәр тәрәнлегенә хайран ҡалаһың!
Оҙон тормош юлын үтеп, тәжрибә туплаған оло кеше, тиәрһең.
Элегерәк ижад кисәләре, конкурстар китапхана, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында үтһә, хәҙер донъяны бер бөтөн иткән интернет аша Р. Назаровтың ижадын таратыу, еткереү мөмкинлеге бар.
Ниндәй телдә яңғыраһа ла, шиғриәт- матурлыҡҡа әйҙәй, хис-тойғоларҙы, рухты байыта. Шиғыр яратҡан кешенең күңеле һәр ваҡыт яҡшыға ынтыла, яманлыҡҡа урын ҡалдырмай.
Рәшит Назаровтың ижадын халыҡҡа еткереү буйынса эшләнгән эштәр үҙ емештәрен бирер-уҡыусы балаларҙың , йәштәрҙең күңелдәренә шиғри юлдар матурлыҡ һәм изгелек орлоҡтары булып сәселер. Шағир үҙе лә:
...Ауһа һабаҡ, ул да тупраҡ була,
Бирмәй, беләм, емеш.
...Күңелдәргә сәсел, йөрәк йырым,
Бары орлоҡ килеш,- тип яҙған “Йырыма» шиғырында.
(Минира Бикәнәсова)
| Страна: |
Россия |
| Город: |
Турумбет |
| Тип группы: |
Литература |
| Членство в группе: |
Доступно всем |
| Возрастные ограничения: |
нет |
| Количество подписчиков: |
118 |
| Ссылка на соц.сеть: |
club207345444 |
| Статус: |
Рәшит Назаров шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе |
Правовая информация
Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.
Если вы администратор группы «Бөтә ғаләм - ҡәләм осонда» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу