Әҙәбиәт йылы айҡанлы, “Шоңҡар” журналы Республика Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә өр-яңы проект – Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе иғлан итә.
Башлана: 15 февраль 2015 йыл. 12 сәғәттә.
Тамамлана: 10 июнь 2015 йыл. 12 сәғәттә.
Сәсән килә, сәсән килә,
Сәсер һүҙен сәсеп килә,
Әйтер һүҙен белеп әйтә,
Теле менән телеп әйтә.
Бәйгенең маҡсаты.
Халыҡ ауыҙ-тел ижадын пропагандалау, уны, сәсәнлек мәктәбен ҡабаттан тергеҙеү, йәш быуында уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Шарттары:
– Конкурс йәш буйынса сикләнмәй, сәсәнлек һәләте булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
– Ҡатнашыусы мотлаҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын, эпостарҙы яҡшы белергә тейеш.
– Уй-фекерҙәрҙе, хис-тойғоларҙы, ҡараштарҙы мөмкин тиклем сәсәндәр эш иткән жанрҙарҙа (ҡобайыр, бәйет, әйтеш, сеңләү һ. б.) бәйән итәбеҙ. (Сәсәнлекте шиғыр, йыр, таҡмаҡ кеүек жанрҙар менән бутамағыҙ, зинһар).
– Бәйге Интернет селтәрендә, … ошо адрес буйынса барасаҡ. Һәйбәт эштәр йыл әйләнәһенә “Шоңҡар ”журналы биттәрендә донъя күрәсәк.
Бәйге II этапта үтә.
I этапта бөтә конкурсанттар ҙа ҡатнаша. Тәҡдим ителгән темалар буйынса ла һәм башҡа темаларға ла үҙ ижадын тәҡдим итә ала. Шулай ҙа төп иғтибар тәҡдим ителгән темаларға буласаҡ.
– Бөтәһе 7 тема тәҡдим ителәсәк. (Февраль, март, апрель айҙарында – икешәр, май айында бер тема). Әҫәрҙәрегеҙҙе һәр темаға төрлө айҙа ебәрә алаһығыҙ.
– Һәр темаға ижад итеүселәрҙе жюри ныҡлы иғтибарға аласаҡ.
– Ҡатнашыусы һәр темаға бер нисә сәсәнлек эшен ебәрә ала.
– Һәр ҡатнашыусы ижадын оҡшатҡандар лайктар ҡуя. Күп лайктар йыйыусылар II этапҡа үтә. Шулай уҡ жюри үҙе лә II этапҡа айырым ижадсыларҙы һайлап алырға мөмкин.
II этапҡа июнь айында Салауат йыйында үтә. I этап еңеүселәре республика байрамында сәхнәлә көс һынаша.
Иҫкәрмә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең ижад өлгөләренән тыш, бәйге шарттарына ярашлы, ата-олатайҙарығыҙҙан, әсәй-өләсәйҙәрегеҙҙән ҡалған ҡобайыр-бәйет, әйтештәрҙе һ. б. тәҡдим итә алаһығыҙ. Улар айырым бүләкләнәсәк.
| Страна: |
Россия |
| Город: |
Уфа |
| Тип группы: |
Открытая группа |
| Членство в группе: |
Доступно всем |
| Возрастные ограничения: |
нет |
| Количество подписчиков: |
246 |
| Ссылка на соц.сеть: |
sasandar_baigehe |
| Статус: |
Башлана: 15 февраль 2015 йыл. 12 сәғәттә. Тамамлана: 10 июнь 2015 йыл. 12 сәғәттә. |
Правовая информация
Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.
Если вы администратор группы «Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу