"Ашҡаҙар" әҙәби-ижад түңәрәге

Башҡорт филологияһы факультетында эшләп килгән «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәге тарихы алыҫ 1934 йылға барып тоташа. Ошо йылда шағир Ҡ. Даян ҡалабыҙҙа асылған дәүләт педагогия техникумына уҡытырға ебәрелә. Ул ойошторған әҙәби түңәрәктә Я. Ҡолмой, Х. Ҡунаҡбай, И. Гиззәтуллиндар әҙәбиәткә тәүге ышаныслы аҙымдарын яһай. 1947-1951 йылдарҙа бында башҡорт теле һәм әҙәбиәтте уҡытҡан Х. Ғиләжев, Ҡ. Даян башланғысын дауам итеп, «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәген ойоштора. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н. Мусин, Б. Рафиков өсөн был түңәрәк сынығыу мәктәбенә әүерелә. «Ашҡаҙар»түңәрәге эшмәкәрлеген артабан А. Баязитов, С. Галин, Ә. Әхмәтҡужин, И. Вәлитов, Р. Илишева, Р. Фәтҡуллина етәкләй. Түңәрәк йылдар нигеҙләгән күркәм традицияларға тоғро ҡала һәм яңы үрҙәргә ынтыла. 2003-2008 йылдарҙа «ашҡаҙарсылар» Р. Фәтҡуллина, А. Үтәевтың китаптары сыҡты, А. Булатов, Г. Гәрәева, Д. Ниғмәтуллина, Ә. Азаматованың шиғри йыйынтыҡтары «Китап» нәшриәтенә тәҡдим ителде. 2013 йылда "Ашҡаҙар" түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр Т. Рәхмәтуллин менән Р. Зариповалар ""Ашҡаҙар" әҙәби-ижад түңәрәгенең үткәне һәм бөгөнгөһө" исемле ВУЗ грантын оттолар. Шул уҡ йылды Республика кимәлендә үткәрелгән "Драматургия һәм режиссура семинар-лаборатория"һында ҡатнаштылар. 2015 йылда Р. Зарипованың "Ерем моңо" исемле китабы "Йәштәр тауышы" серияһында донъя күрҙе. Т. Рәхмәтуллиндың балалар өсөн яҙған хикәйәләре Мәскәү ҡалаһында, Бөтөн Рәсәй кимәлендә үткәрелгән "Туған тел-III" конкурсында еңеп сыҡты һәм шулай уҡ З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Ҡулъяулыҡ" хикәйәһе грант яуланы. «Ашҡаҙар» ижади берекмәһе мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, республика йәмәғәтселек ойошмалары менән әҙәбиәтте пропагандалау буйынса киң эшмәкәрлекте күҙ уңында тота.
"Ашҡаҙар" әҙәби-ижад түңәрәге
Страна: нет данных
Город: нет данных
Тип группы: Дискуссионный клуб
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 58
Ссылка на соц.сеть: club166201023
Статус: нет данных

Участники и подписчики

Баязитова Инзирә, Россия
Инзирә Баязитова
Россия, 36 лет
Мансуров Рамиль, Россия, Стерлитамак
Рамиль Мансуров
Россия, Стерлитамак

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «"Ашҡаҙар" әҙәби-ижад түңәрәге» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу