15 апреля Премьера фильма "Алмабикә" в Уфе

15 апреля с.г. в Уфе ДК "Нефтяник" (Ленина,50) состоится премьерный показ художественного фильма "Алмабикә" режиссера Айгиза Габдуллина. Снятого в Абзелиловском районе. в селе Баимово. ӘБЙӘЛИЛ ЕРЕНДӘ ТӨШӨРӨЛГӘН «АЛМАБИКӘ» ФИЛЬМЫНА РӘХИМ ИТЕГЕҘ! 15-СЕ АПРЕЛЬ, «НЕФТСЕ» МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ, БАШЛАНА СӘҒӘТ 19:00. Ауылда ла кино төшөрәләр “Ысын кино төшөргәндәрме?” - тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер. Эйе, Байым ауылында йәмле йәй айҙарында бар халыҡты ғәжәпләндереп “Алмабикә” исемле кино ла төшөрәләр. Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин. Киноның сюжеты ҡатмарлы түгел, ауылға эшкә килгән йәш уҡытыусы Дилбәр Вәғизовна хаҡында ул. Ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Ниғимйән улы аҙаҡ ҡыҙға башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла. “Уҡытыусы йылына арнап төшөрөлгән был фильмды ҡарағас, ни өсөн кинофильмдың “Алмабикә” тип аталыуын тамашасы аңлар”, – ти Айгиз Ғабдуллин. Төп ролде – Дилбәрҙе Азалия Ялмырҙина, Илһамды Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының йәш артисы Фәнил Толонғужин башҡара. Бүтән ролдәргә лә актерҙар, кастинг үтеп, һайлап алына. Беҙ барғанда, Айгиз компьютерҙа әҙер дублдәр араһынан иң уңышлыларын һайлап, уларҙы бер-береһе менән ялғап, тауыш, музыка өҫтәп, яҡшы фильм “тыуҙырып” ултыра ине. Кино тулыһынса әҙер булғас, Башҡортостан “Юлдаш” каналына тәҡдим итмәксе. Тиҙҙән зәңгәр экрандарҙан ауыл ерендә төшөрөлгән “Алмабикә” фильмы күрһәтелһә, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, киреһенсә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, ҡарарға тырышығыҙ.
15 апреля Премьера фильма "Алмабикә" в Уфе
Страна: Россия
Город: Уфа
Тип группы: 15 апр 2011 в 16:00
Членство в группе: Доступно всем
Возрастные ограничения: нет
Количество подписчиков: 491
Ссылка на соц.сеть: club25674829
Статус: нет данных

Участники и подписчики

Рахманова Ляйсан, Россия, Белорецк
Ляйсан Рахманова
Россия, Белорецк

Правовая информация

Представленная здесь информация получена из общедоступного открытого источника.
За достоверность информации сайт ответственность не несет.

Если вы администратор группы «15 апреля Премьера фильма "Алмабикә" в Уфе» или являетесь его законным представителем, вы можете удалить эту страницу